Ауыл уттары
+17 °С
Облачно
Милли проект
7 Августа , 11:19

Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы участкаһы яңыртылды

Башҡортостан Республикаһында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса Борай — Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы участкаһы ремонтланды. Был хаҡта төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Белгестәр биш километр юлды тәртипкә килтергән. Улар иҫке япманы алып ташлай, яңы асфальт-бетондың ике ҡатламын һала, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.

– Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы – республикабыҙҙың мөһим транспорт артерияларының береһе. Ул Балтас, Борай һәм Тәтешле райондары ауылдарында йәшәүселәргә юл аса, шулай уҡ Башҡортостанды Пермь крайы менән бәйләй. Көн һайын унда өс меңдән ашыу автомобиль йөрөй, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда Башҡортостанда милли проект буйынса дөйөм оҙонлоғо 1900 метрлыҡ 200 саҡрым самаһы юлды һәм 13 күперҙе яңыртыу күҙаллана.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. 

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас