Дәүләкән районының 5-се гимназияһы һәм Ҡаҙанғол ауылы мәктәбе уҡыусылары макулатура йыйыу буйынса “Бумбатл” Бөтә Рәсәй акцияһының республика этабында еңеү яуланы. Сара ҡаланың һәм райондың белем биреү учреждениелары ярҙамында “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проекты сиктәрендә үтте. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр.
Сарала шулай уҡ 4-се лицей, Рассвет һәм Сергиополь ауылдары мәктәптәре әүҙем ҡатнашты. Дөйөм көс менән мәктәп уҡыусылары һәм педагогтар 3 893 килограмм макулатура йыйҙы, Башҡортостандың урман ресурстарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе.
— Тәбиғәтте һаҡлау бик мөһим. Балалар быға бәләкәйҙән өйрәнгәндә, шул иҫәптән макулатура йыйғанда, ысын изге эш башҡарырға күнегә. Бындай ябай акциялар ҙа балаларға асыҡ итеп иҫке дәфтәр ҙә тере ағасты юҡҡа сығыуҙан ҡотҡара алыуын күрһәтә. Был ҡағыҙҙы бергәләп туплап, беҙ хәстәрлекле быуын тәрбиәләйбеҙ, ул тыуған төйәгебеҙҙе ихлас яратасаҡ һәм яҡлаясаҡ, - тип билдәләне БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Туймазы территориаль идаралығы әйҙәүсе белгес-эксперты Айнур Шафиҡов.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.