Ауыл уттары
+17 °С
Облачно
Милли проект
7 Августа , 11:18

Студенттар хеҙмәт семестрын башланы

Был миҙгелдә илдең төрлө мөйөштәренән 900 кешене туплаған  “Агроном-баҡса” тип аталған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы проекты ҙур уңыш менән файҙалана.

Башҡортостан дәүләт аграр университетының 1700 студенттан торған 23 ауыл хужалығы отряды  агросәнәғәт комплексы предприятиеларында хеҙмәт семестрын башланы. Бындай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект "Кадры") бурыстарына яуап бирә.

Өсөнсө хеҙмәт семестры Өфөләге Йәштәр һарайы майҙанындағы тантаналы митингтан башланды. Студенттар  Рәсәй төбәктәре  һәм республика  агросәнәғәт комплексы объекттарына йүнәлде. Буласаҡ аграрийҙар өсөн махсус  “Башаҡ” отряды булдырылған. Отряд ағзалары төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй: үҫемлекселек, малсылыҡ, механизациялау, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, ветеринария, ауыл төҙөлөшө.

Был миҙгелдә илдең төрлө мөйөштәренән  900 кешене туплаған “Агроном-баҡса” тип аталған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы проекты ҙур уңыш менән файҙалана. Студенттар Үҙәк Рәсәйҙә алма етештереүсе предприятиела эшләйәсәк. Йәштәр уңыш йыясаҡ, продукцияға химик анализ үткәрәсәк, сифатын контролләйәсәк. Күп студенттар өсөн был аҡса эшләү һәм тәжрибә туплау ысулы ғына түгел, ә киләсәктә эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә.

Көслө иҡтисадты үҫтереү, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү өсөн яңы “Кадрҙар” милли проектының индерелеүе байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Йыл һайын уға ярашлы белгестәргә ихтыяж өйрәнеләсәк, алдан күҙаллау, вуздарҙа һәм колледждарҙа бюджет урындарын билдәләү өсөн төплө нигеҙ барлыҡҡа киләсәк.

Әле илдә юғары квалификациялы кадрҙарға ихтыяж 1,5 миллион кеше тәшкил итә. Айырыуса төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләре ҡытлыҡ кисерә. Тап ошо проект профессиональ әҙерлекте иҡтисад, фән һәм технологиялар үҫешенә, иҡтисад ихтыяжына ярашлы тәьмин итергә тейеш.

”Кадрҙар” – белем биреү учреждениелары, компаниялары һәм дәүләт эшмәкәрлеген берләштерәсәк, студенттарҙың уҡыуын һәм практикаһын, уҡыусыларҙың профессиональ йүнәлешен көсәйтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас