Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланғандан алып табиптар тәү тапҡыр 7900-ҙән ашыу сирҙе асыҡлаған. ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, республикала белгестәр тарафынан 151 535 ҡабул итеү ойошторолған, 40 583 тикшереү үткәрелгән.
2 217 кешелә ҡанда глюкоза кимәле артыуы, 3 339 гражданда– холестерин кимәле, 5 413 кешелә артериаль ҡан баҫымы юғары булыуы, 6 077 кешенең тән ауырлығы юғары булыуы асыҡланған. Табиптар тәү тапҡыр пациенттарҙа 7 920 сирҙе асыҡлаған, шуларҙың 2 897-һенә социаль әһәмиәтле сир булыу ихтималлығына шик тыуған. 168 пациентта ямаш шеш булыу ихтималлығы бар. 2 264 кешенең сирҙәре артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүе менән характерланған. 485 кешегә шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған. Ниндәйҙер сиргә шик тыуған хәлдә граждандар дауаланыу өсөн республиканың төрлө медицина учреждениеларына ебәрелә.
“Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ! Йәй – сәләмәтлек тураһында хәстәрлек күреү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Һеҙҙе “Сәләмәтлек поездары”нда диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үтеү өсөн саҡырабыҙ!”– ти табиптар.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.