Башҡортостанда өлкән быуын кешеләре өсөн 20 аралашыу үҙәге эшләй. Улар Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһенең клиент хеҙмәттәре базаһында асылған. Бында ваҡытты ҡыҙыҡлы үткәрергә, яңылыҡтар уртаҡлашырға һәм дуҫтар табырға теләүселәр килә. Бындай киңлектәрҙе үҫтереү «Ғаилә» милли проектын (национальный проект «Семья») тормошҡа ашырыу сиктәрендә дауам итә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Үҙәктәрҙә компьютер ҡулланырға, финанс мәсьәләләрен аңларға, спорт менән шөғөлләнергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, китаптар тураһында фекер алышырға һәм шиғырҙар уҡырға өйрәнергә мөмкин. Бында баҡса уңышынан күргәҙмәләр, пикниктар ойошторола, ололар аквапарктарға, Ҡазанға, Удмуртияға, Мари Иле Республикаһына һәм башҡа төбәктәргә экскурсияларға йөрөй. Үҙәктәр үҙҙәре лә фестивалдәр ойоштора һәм дөйөм республика сараларында ҡатнаша.
Күп кенә килеүселәр «көмөш» ирекмәндәр булып китә: маскировка селтәрҙәре үрә, махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итә, хәйриә акцияларында ҡатнаша.