Ауыл уттары
+17 °С
Дождь
Милли проект
13 Августа , 10:05

“Ғаилә ял көндәре” изге йолаға әүерелде

 Өс айҙа ял саралары 8 348 ғаиләнән 19 255 ҡатнашыусыны йәлеп итте

2026 йылдың апреленән июнь айына тиклем республика “Ғаилә ял көндәре” саралары 8 348 ғаиләнән 19 255 ҡатнашыусыны йәлеп итте.  Улар Башҡортостан муниципалитеттарында  12 “Ғаилә”  үҙәгендә һәм  69 ғаилә хеҙмәттәрендә үтте. Был саралар “Ғаилә” милли проектына ярашлы ойошторола.

Ойоштороусылар “Ғаилә ял көнө”н һәр ай һайын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысыраҡ итергә тырыша. Программала –  оҫталыҡ кластары, уйындар, спорт саралары һәм берлектәге занятиелар. Күптәргә ижади һәм уйын рәүешендәге саралар оҡшай.

– Беҙ ҡатнашыусыларҙың артыуын күрәбеҙ, шуныһы айырыуса беҙҙең өсөн ҡиммәт: бер үк  кешеләр яңынан килә. Улар үҙҙәре менән күршеләрен, таныштарын, туғандарын  да саҡырып килтерә. Тимәк, уларға беҙҙә оҡшай. Өлкәндәрҙең һәм балаларҙың бергәләп уйнауын, рәхәтләнеп көлөүен  күреп, тырышлығыбыҙҙың юҡҡа булмауын  аңлайбыҙ. “Ғаилә ял көндәре” изге йолаға әүерелде, улар артабан да дауам итәсәк. Алда идеялар күп, – тип билдәләне “Ғаилә” республика ресурс  үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.

Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас