Ауыл уттары
+17 °С
Дождь
Милли проект
13 Августа , 10:02

Яугилде – Щучье күле юлы участкаһын ремонтлау башланды

Юл инфраструктураһын яңыртыу – район үҫешенең төп йүнәлештәренең береһе.

Асҡын районында Яугилде – Щучье күле юлын ремонтлау башланды, тип хәбәр иттеләр муниципаль берәмек хакимиәтендә. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында алып барыла.

Юлсылар 2,9 километр оҙонлоҡтағы участканы яңыртырға тейеш. Улар иҫке юл япмаһын ҡырып ала башлаған да инде. Бынан һуң унда асфальт-бетондың ике ҡатламы һалынасаҡ һәм юл ситтәрен нығытасаҡтар.

– Юл инфраструктураһын яңыртыу – район үҫешенең төп йүнәлештәренең береһе. Беҙҙең бурыс – эш барышын контролдә тотоуҙы тәьмин итеү һәм һөҙөмтәнең юғары талаптарға яуап биреүенә һәм оҙаҡ йылдар кешеләргә хеҙмәт итеүенә өлгәшеү, — тип билдәләне Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас