Ауыл уттары
+10 °С
Облачно
Милли проект
17 Августа , 04:06

Бөрйән районында ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ йыһазландырыла

Унда тренажерҙар һәм швед стеналары, гимнастика эскәмйәләре, һикереү өсөн комплекстар, тартылыу өсөн арҡыры таяҡтар һәм башҡа ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк.

“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (госпрограмма “Спорт России”) ярҙамында Бөрйән районында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын тапшырыу өсөн спорт майҙансығы йыһазландырыла, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Быға тиклем бетон нигеҙ әҙерләнгән. Хәҙер 26 спорт элементы урынлаштырыла. Унда тренажерҙар һәм швед стеналары, гимнастика эскәмйәләре, һикереү өсөн комплекстар, тартылыу өсөн арҡыры таяҡтар һәм башҡа ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк. Килеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн майҙансыҡҡа резина япма һалына. Яңы спорт объектын август аҙағында асыу күҙаллана.

“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күмәк саралар үткәрелә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.

Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас