Дәүләкән ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы ҡоралдар һәм ҡорамалдар тапшырылды, был "Ғаилә" милли проектының (национальный проект "Семья") маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр Дәүләкән районы хакимиәтендә.
Мәктәпкә музыка ҡоралдары, интерактив һәм тауыш системалары, шулай уҡ уҡыу материалдары тапшырылған, улар, атап әйткәндә, акустик пианино, баян, саксофон һәм туба. Шулай уҡ, нота йыйынтыҡтары, компьютерҙар һәм трансляция өсөн системалар һатып алынған.
– Беҙҙең өсөн яңы ҡорамалдар – ысын бүләк. Ул белем кимәлен күтәреү һәм уҡыу процесының сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбе директоры Валерий Мережников.
"Ғаилә" милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә дәртләндереүҙәр булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәр өсөн музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән "Пушкин картаһы" программаһы ғәмәлдә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.