Ауыл уттары
+9 °С
Облачно
Милли проект
20 Августа , 04:18

Алты шишмә төҙөкләндерелде

Төҙөкләндерелгән һыу сығанаҡтары  бында йәшәгән халыҡ  һәм ҡунаҡтар өсөн хеҙмәт итәсәк

 “Экологик именлек” милли проектына ярашлы, Баймаҡ районында Талҡаҫ күлен тулыландырыусы  алты шишмә төҙөкләндерелде.

Урмансылар һыу сығанаҡтары өҫтөнә һаҡлаусы ҡыйыҡтары булған ағас буралар ултыртты, ул ерҙе кәртәләп алды, тәбиғи таштан һуҡмаҡ һалды. Һыу алыу урындары уңайлы хәҙер. Ял итеү урындарына эскәмйә ҡуйылған. Был эштәр таҙа шишмә һыуына ҡаршылыҡһыҙ үтергә ярҙам итә һәм уның экологик системаһын  һәм һыу балансын һаҡлай. Төҙөкләндерелгән һыу сығанаҡтары  бында йәшәгән халыҡ  һәм ҡунаҡтар өсөн дә бик кәрәк.

“Экологик именлек” милли проекты сүп-сар өйөмдәрен артабан да үтилләштереүгә, зарарлы объекттарҙы бөтөрөүгә, икенсел сеймалды файҙаланыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ йорттарҙа заманса экологик ҡаҙандар урынлаштырыу һәм күмер ҡаҙандарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡарала. Тағы ла бер йүнәлеш – һыу объекттарын тергеҙеү, урмандарҙы һаҡлау, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Айырыуса һаҡлауға мохтаж яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас