Ауыл уттары
+26 °С
Облачно
Милли проект
20 Августа , 04:27

Башҡортостанда “Балалыҡты ҡайтарыу” фестиваленең төбәк этабы үтте

Сара етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10 – 18 йәшлек балаларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеүгә һәм һәр баланың һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән

Башҡортостандың ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәре тәрбиәләнеүселәре Волга буйы федераль округының “Балалыҡты ҡайтарыу” фестивале сиктәрендә төбәк конкурс йүнәлештәрендә ҡатнашты.

Сара етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10 – 18 йәшлек балаларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеүгә һәм һәр баланың һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән, был “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семъя”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

 “Бала саҡ йондоҙҙары” конкурсында ҡатнашыусылар вокаль, бейеү сәнғәтендә һәм художестволы декламацияла ижади һәләттәрен күрһәтте.

Сығыштар Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге темаһы менән берләштерелә. Жюри юғары әҙерлек кимәлен һәм башҡарыуҙың ихласлығын билдәләне, бындай сараларҙың балаларҙың һәләттәрен һәм ышаныслылығын үҫтереү өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фестивалдең ғәмәли йүнәлештәре сиктәрендә “Кулинар оҫталыҡ” һәм “Оҫталар” конкурстары уҙҙы. Беренсеһендә аш-һыуҙың тәм сифаты, әҙерләүҙең ҡатмарлылығы, ҡатнашыусының тышҡы ҡиәфәте, эш урынының торошо һәм биреү эстетикаһы баһалана. Икенсе конкурста өс номинацияла 27 эш тәҡдим ителде: биҙәү-ҡулланма ижады, уйынсыҡтар эшләү, традицион кәсептәрҙе лә, заманса техниканы ла сағылдырған конструкция һәм дизайн.

Спорт һәм интеллектуаль йүнәлештәр сиктәрендә мини-футбол, баскетбол, теннис һәм спорт атыуы, шулай уҡ интеллектуаль-үҫтереү уйыны “Аҡыл палатаһы” ярыштары үтә, унда ҡатнашыусылар логика, аҡыллылыҡ һәм команда үҙ-ара эш итеү буйынса заданиелар үтәй.

Фестиваль программаһына тәүге тапҡыр йәштәрҙең социаль яуаплылығын һәм гражданлыҡ позицияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Медиа” конкурсы индерелә.

15-19 сентябрҙә үткән фестивалдең округ этабында Башҡортостандан “Алые паруса”, “Феникс”, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм “Бала саҡ” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәре тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас