Башҡортостандың баш ҡалаһынан үҙ эшен асырға һәм тауарын экспортҡа сығарырға ниәтләгән эшҡыуарҙар ҡағыҙ документтар йыйыу һәм төрлө ведомстволарға барыу кәрәклегенән ҡотҡарған “Минең экспорт” һанлы платформаһынан файҙалана ала, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡала хакимиәтендә.
Рәсәй экспорт үҙәге тарафынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) буйынса булдырылған Платформа тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә бурыстарын онлайн хәл итергә мөмкинлек бирә.
Хәҙер экспорт сертификатын алырға, дәүләт ярҙамына ғариза бирергә йәки сит ил һатып алыусыһын табырға мөмкин.
Рәсәй экспорт үҙәге хеҙмәттәренән тыш, бизнес федераль һәм төбәк ведомстволарына ярҙам сараларына, шулай уҡ уҡытыу сервистарына һәм эксперттарҙың консультацияларына инеү мөмкинлеген ала. Сит ил баҙарҙарын эҙләү өсөн компаниялар Рәсәйҙең сит илдәрҙәге экспортҡа ярҙам итеү төбәк үҙәктәренә һәм сауҙа вәкиллектәренә мөрәжәғәт итә ала.
Дәүләт логистика, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙы финанслау, продукцияны сертификациялау һәм лицензиялау менән ярҙам итә.
“Минең экспорт” платформаһы менән 46 мең Рәсәй компанияһы файҙаланған, уларҙың 90 проценты – бәләкәй һәм урта бизнес. Һуңғы йылда ғына ҡулланыусылар һаны 20 процентҡа арта, ә күрһәтелгән хеҙмәттәр һаны 1,16 миллион тәшкил итә.