Быйыл ғинуар айынан августҡа тиклем республиканың он етештереүсе предприятиелары сит илгә 21 тоннанан ашыу бойҙай һәм арыш онон оҙатҡан. Агросәнәғәт комплексының продукцияһын экспортлау “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы башҡарылды, (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, продукцияны экспортлау күләме 1.5 тапҡырға артҡан. 2025 йылдың 7 айында сит илдәр Башҡортотстандан 14,5 мең тонна он ҡабул иткән. Бойҙай һәм арыш онон Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан илдәре һатып алған.
Рәсәй Ауыл хужалығы надзорының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса продукцияның барлыҡ өлгөләре лә тейешле лаборатория экспертиза тикшереүен үткән. Онға 346 фитосанитар сертификаттары эшләнгән.
Продукцияла хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостар асыҡланмаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2030 йылға милли проект буйынса сит илгә оҙатылған ауыл хужалығы продукцияһы күләмен 2021 йыл менән сағыштырғанда 1.5-2 тапҡырға арттырыу ниәтләнгән.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.