“Экологик именлек” милли проектына ярашлы, Өфөлә хәүефле ҡалдыҡтар һәм икенсел сеймал йыйыу буйынса йыл һайын ойошторолоусы акция башланды. Сара 23 авгусҡа тиклем дауам итә.
Ҡабул итеү пункттары Иван Яҡутов исемендәге паркта урынлашҡан. Һәр кем бында файҙаланылған батарейкаларҙан һәм аккумуляторҙарҙан тыш, пауэрбанк, мобиль телефон һәм башҡа портатив электрониканы килтерә ала. Ойоштороусылар шулай уҡ текстиль изделиелар – түшәк кәрәк-яраҡтары, одеял, плед, мендәр, кизе туҡыманан, джинса, йөн һәм синтетиканан тегелгән кейем-һалымды ла ҡабул итә. Быйыл йыйылған туҡымаларҙы Өфөлә эшкәртергә мөмкин. Сеймалдан заводтар, автосервистар өсөн техник сепрәк-сапраҡ әҙерләйҙәр.
“Әҙер продукцияны Башҡортостандан башҡа Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә оҙатасаҡтар. Акцияның тәүге көнөндә генә ҡала халҡы бер нисә тоҡ туҡыма йыйып килтерҙе. Был сараның ҙур һорау менән файҙаланыуы, халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятыуы тураһында һөйләй”, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
“Экологик именлек” милли проекты сүп-сар өйөмдәрен артабан да үтилләштереүгә, зарарлы объекттарҙы бөтөрөүгә, икенсел сеймалды файҙаланыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ йорттарҙа заманса экологик ҡаҙандар урынлаштырыу һәм күмер ҡаҙандарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡарала. Тағы ла бер йүнәлеш – һыу объекттарын тергеҙеү, урмандарҙы һаҡлау, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Айырыуса һаҡлауға мохтаж яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла