Ауыл уттары
+14 °С
Облачно
Милли проект
24 Августа , 11:22

Нефтекамала Ҡала мәҙәниәт үҙәге яңыртылды

Бинала иҙән япмаһы һәм ултырғыстар алмаштырылған. Йомшаҡ туҡыма менән көпләнгән үҙенсәлекле дизайнлы ултырғыстар тамашасыларға тулыһынса сәнғәт мөхитен тойоу мөмкинлеге бирәсәк.

«Ғаилә» милли проектын (национальный проект «Семья») тормошҡа ашырыу барышында Нефтекамала Ҡала мәҙәниәт үҙәгенең залы яңыртылды. Был хаҡта урындағы хакимиәттән хәбәр иттеләр.

Бинала иҙән япмаһы һәм ултырғыстар алмаштырылған. Йомшаҡ туҡыма менән көпләнгән үҙенсәлекле дизайнлы ултырғыстар тамашасыларға тулыһынса сәнғәт мөхитен тойоу мөмкинлеге бирәсәк.

– Дәүләт хәстәрлеге һәм хеҙмәткәрҙәрҙең маҡсатҡа ынтылышы арҡаһында үҙгәртелгән Ҡала мәҙәниәт үҙәге ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер, уларға уңайлы һәм илһамлы мөхит тәҡдим итә. Бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм арттырыуҙың, шулай уҡ заманса сәнғәтте үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, – тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.

«Ғаилә» милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14 – 22 йәшлектәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән «Пушкин картаһы» программаһы ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас