Ауыл уттары
+17 °С
Ясно
Милли проект
24 Августа , 11:24

Урмандарҙы тергеҙеү эше контролдә тотола

Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы талаптарына ярашлы, урман фонды ерҙәрен ер аҫтын эшкәртеү йәки объекттар төҙөү өсөн файҙаланған сәнәғәт һәм инфраструктура компаниялары ҡырҡылған ағастар урынына яңыларын ултыртырға бурыслы.

Башҡортостанда "Экология именлеге" милли проектын (национальный проект "Экологическое благополучие") тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы, урман фондының сифатын контролдә тотоу буйынса системалы эш дауам итә, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы. Рәсәй урманды һаҡлау үҙәгенең (Рослесзащита) Башҡортостан филиалы белгестәре министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман тергеҙеү участкаларына комплекслы дәүләт мониторингы үткәрә.

Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы талаптарына ярашлы, урман фонды ерҙәрен ер аҫтын эшкәртеү йәки объекттар төҙөү өсөн файҙаланған сәнәғәт һәм инфраструктура компаниялары "гектар өсөн - гектар" ҡағиҙәһе буйынса ҡырҡылған ағастар урынына яңыларын ултыртырға бурыслы. Уҙған йылда коммерция структуралары 827 гектар майҙанда ошондай эштәр башҡарҙы.

Инспекциялар барышында эксперттар ултыртылған үҫентеләрҙең тамырланып китеүен, сифатын, агротехник тәрбиәнең ваҡытында башҡарылыуын һәм йәш культураларҙың дөйөм торошон ентекле баһалай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса рәсми һығымталар яһала: урман ҡулланыусыларға үҫентеләрҙең сифатын күтәреү буйынса тәҡдимдәр ебәрелә, ә етешһеҙлектәр асыҡланһа, уларҙы бөтөрөү буйынса талаптар ҡуйыла.

– Беҙ бизнестан нормативтарҙы исем өсөн үтәүҙе түгел, ә аныҡ, оҙайлы һөҙөмтә талап итәбеҙ. Был ерҙәрҙә ныҡлы һәм сәләмәт урман үҫһен өсөн, бөтә процесты ҡаты контролдә тотабыҙ. Тәбиғәт алдында яуаплылыҡ көслө булырға тейеш, — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас