10-14 августа Илеш районында 140-ҡа яҡын кеше Республика стоматология поликлиникаһының мобиль модулендә тикшереү үтте, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамы алыу өсөн шарттар булдырыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Пациенттарҙы төрлө профилле стоматологтар ҡараған. Улар араһында терапевт һәм хирург бар. Табиптарға шәфҡәт туташы ярҙам итә. Шуны билдәләп үтәйек: был күсмә ҡабул итеү сифатлы стоматологик ярҙамды район халҡы өсөн уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә.
– 2026 йылдан алып беҙ мобиль комплексыбыҙҙың республика райондарына сығыуҙарының йыллыҡ һанын поликлиниканың һуңғы биш йыл эшләүе менән сағыштырғанда өс тапҡырға арттырҙыҡ. Илеш районы халҡына күрһәтелгән ышаныс һәм йылы ярҙам һүҙҙәре өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ — был беҙҙең медицина командаһы өсөн иң яҡшы награда, — тип билдәләне Республика стоматология поликлиникаһының баш табибы Руслан Ғәлиев.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.