Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Милли проект
2 Сентября , 07:03

Стәрлебаш районында йәнә ике кәрәҙле элемтә вышкаһы ҡуйылды

2021 йылдан алып Стәрлебаш районында бөтәһе 12 кәрәҙле элемтә вышкаһы ҡуйылған.

Стәрлебаш районының Баҡый һәм Ҡарағош ауылдарында “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектын (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) тормошҡа ашырыу барышында кәрәҙле элемтә вышкалары ҡуйылды. Был хаҡта Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башнялар төҙөү район халҡының “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тауыш биреү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Мәҫәлән, һәр объектты ҡуйыу өсөн 1,5 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Әлеге ваҡытта улар тоташтырыуға сиратта тора.

– "Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” программаһы ярҙамында илдә 100-1000 кеше йәшәгән бәләкәй ауылдарға мобиль элемтә һәм тиҙ интернет үткәрелә. Өҫтәүенә ҡатнашыусылар исемлеген кешеләр үҙҙәре — “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә тауыш биреү йәки Рәсәй Һанлы министрлығына яҙма мөрәжәғәттәр аша төҙөй, — тип билдәләне дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

2021 йылдан алып Стәрлебаш районында бөтәһе 12 кәрәҙле элемтә вышкаһы ҡуйылған.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү" милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы һанлы сервистар рәсәйҙәрҙең тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә, ә кибермутлашыуға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. ИТ-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма зиһен үҫешә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас