“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын яҡлап дәүләт урман инспекторҙары Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә даими патруллек итеү алып бара.
Йыл башынан алып урман һаҡсылары 15,3 меңдән ашыу патруллек рейды ойошторҙо, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.
Тикшереүҙәр барышында инспекторҙар урман ҡануниәтен боҙоуҙың 355 осрағын асыҡлаған һәм дүрт миллион һумдан ашыу суммаға административ штраф һалыу тураһында 156 ҡарар сығарған. Шулай уҡ 153 законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда бындай енәйәттәр һаны – 23 процентҡа, ә урман фондына килтерелгән зыян 42 процентҡа кәмегән.
– Законһыҙ ҡырҡыуҙар һанының һәм күләменең тотороҡло кәмеүе инспекторҙарыбыҙҙың комплекслы ҡарашы һәм системалы техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырылыуы һөҙөмтәһе булды. Бөгөн белгестәр юғары үтеүсәнлектәге заманса техника, квадроциклдар, фотоҡапҡандар, юғары аныҡлыҡтағы навигаторҙар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән ҡораллана. Шулай уҡ халыҡ менән һәр яҡлап иҫкәртеү эше һәм урман массивтарын патруллек итеүҙең күпләп ойошторолоуы төп роль уйнай, — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.