Ауыл уттары
+14 °С
Облачно
Милли проект
4 Сентября , 03:23

Тәҙрә етештереүсе ойошма эш һөҙөмтәлелеген арттыра

Компетенциялар үҙәге белгестәре предприятие командаһы менән бергә етештереүҙәге проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәрен эҙләй

Өфөлә тәҙрә конструкциялары эшләп сығарыусы «Створ» предприятиеһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнаша, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Хәҙер компанияла эш һөҙөмтәлелеге тағы ла яҡшырыуы мөмкин.

Республиканың Компетенциялар үҙәге белгестәре предприятие командаһы менән бергә етештереүҙәге проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәрен эҙләй. Артабан хеҙмәткәрҙәр алған белемде үҙаллы ҡуллана һәм эшен камиллаштырыуҙы дауам итә ала.

– Эксперттар әҙер үҙгәрештәр тәҡдим итеп кенә ҡалмай, ә предприятие командаһына проект тамамланғандан һуң да файҙалана алырлыҡ алымдар тапшыра. Бындай тәжрибә компания эсендә ҡала һәм уға һөҙөмтәлелекте арттырыу өҫтөндә эште үҙаллы дауам итергә ярҙам итә, – тип билдәләне БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының иҡтисад секторҙары үҫешен анализлау идаралығы етәксеһе Гөлнара Ғимадисламова.

Компаниялағы эш сифат һәм һөҙөмтәлелек талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән, тип айырым билдәләнә. Ә федераль проектта ҡатнашыу иҫәбенә предприятие эшкә һаҡсыл етештереү алымдарын индерә ала.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас