Ауыл уттары
+14 °С
Облачно
Милли проект
4 Сентября , 03:24

Һыу менән тәьмин итеүҙә һаҡсыл технологиялар иҫәпкә алына

Предприятие Стәрлетамаҡ халҡын һыу менән тәьмин итә, шулай уҡ объекттарҙы үҙәкләштерелгән инженер селтәрҙәренә тоташтырыу менән шөғөлләнә. Проектта ҡатнашыу предприятиеға эш процестарын баһаларға һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мөмкинлектәрен билдәләргә ярҙам итәсәк. 

Стәрлетамаҡтың «Стәрлетамаҡ һыу каналы» предприятиеһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ҡушылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында.

Предприятие Стәрлетамаҡ халҡын һыу менән тәьмин итә, шулай уҡ объекттарҙы үҙәкләштерелгән инженер селтәрҙәренә тоташтырыу менән шөғөлләнә. Проектта ҡатнашыу предприятиеға эш процестарын баһаларға һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мөмкинлектәрен билдәләргә ярҙам итәсәк.

Әлеге ваҡытта эшсе төркөм ағымдағы хәлде диагностикалауға тотондо, белгестәр һыу менән тәьмин итеү системаларына авария-ремонт хеҙмәтләндереүен анализлай. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары процесс тураһында мәғлүмәт йыя, һаҡсыл етештереү ҡоралдары ярҙамында уларҙы артабан анализлау өсөн юғалтыуҙарҙы һәм проблемаларҙы асыҡлай. Йыйылған мәғлүмәттәр һәм анализ нигеҙендә идеаль һәм маҡсатлы торош карталары әҙерләнәсәк.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге эш процесының нисек ойошторолоуын аңлауҙан башлана. Тәүҙә уны ентекле өйрәнеү, юғалтыуҙарҙы күреү һәм шунан һуң ғына реаль эффект биргән ҡарарҙарҙы һайлау мөһим. Бындай алым инструменттарҙы формаль рәүештә индерергә түгел, ә уларҙы предприятиеның аныҡ бурыстарына яраҡлаштырырға һәм эште хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итергә мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас