Ауыл уттары
+19 °С
Ясно
Милли проект
19 Сентября , 06:27

"Экспортер-әсә" программаһы ойошторола

Был – сит ил баҙарына сығырға һәм үҙ эшен киңәйтергә теләгән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн интенсив.

21–28 сентябрҙә Башҡортостанда “Экспортер-әсә” программаһы уҙғарыла. Был – сит ил баҙарына сығырға һәм үҙ эшен киңәйтергә теләгән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн интенсив. Эш «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығын.

Программа эшҡыуар әсәйҙәргә идеяларын реаль экспорт проектына әйләндерергә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Унда экспортҡа әҙер продукттары булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестрына индерелгән 30 эшҡыуар ҡатнаша ала. Уҡыу аҙналыҡ интенсив тәртибендә үтә.

Ҡатнашыусылар бизнес-тренер һәм тармаҡ эксперттары етәкселегендә халыҡ-ара сауҙаның мәҙәни үҙенсәлектәрен, сит ил баҙарында танытыуҙы, сертификатлауҙы, брендты яҡлауҙы, хоҡуҡи үҙенсәлектәрҙе, финанс яғынан планлаштырыуҙы, һалым иҫәбен һәм халыҡ-ара түләүҙәрҙе, шулай уҡ дәүләт ярҙамы мөмкинлектәрен һәм экспортерҙар өсөн эш алымдарын өйрәнә.

Программала видеоэлемтә аша Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Ҡытайҙың сауҙа вәкиллектәре менән аралашыу ҡаралған. Артабан ҡатнашыусылар үҙ проекттарын жюри алдында яҡлай. Еңеүсегә үҙ эшен үҫтереүгә грант бирелә.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас