Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының “Һанлы ҡарарҙар” милли премияһына ғаризалар ҡабул итеү бара. Ул һанлы иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән үҙебеҙҙең илдең ИТ-проекттарын дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Премияның икенсе миҙгеле йыл һайын уҙғарылып килгән “Һанлы ҡарарҙар” ИТ форумы сиктәрендә 6 октябрҙән 10-на тиклем Мәскәүҙә “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экономика данных”) үтәсәк.
Премияла ҡатнашыуға төрлө күләмдәге проекттар саҡырыла. Проекттар берҙәм критерийҙар буйынса баһаланасаҡ.
– “Һанлы ҡарарҙар” милли премияһы - Рәсәйҙең һанлы продукттарының һөҙөмтәлелегенә объектив баһа. Беҙҙең маҡсат – Рәсәйҙең көслө ИТ командалары үҫеүе өсөн шарттар тыуҙырыу, - тине Рәсәй Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко.