Бөрө ҡалаһында Яр буйы урамындағы ял итеү зонаһын төҙөкләндереү тамамланды. Был эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы (федеральная программа “Формирование комфортной городской среды”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара.
Ял итеү зонаһында бордюрҙар ҡуйҙылар, яҡтыртҡыстар терәгестәрен нығыттылар, ҡойолған декоратив деталдәрҙән торған, тарихи стилдә эшләнгән беседка урынлаштырҙылар.
Һөҙөмтәлә Бөрө ҡалаһындағы Яр буйы урамы күпкә уңайлы булып ҡалды. Ағиҙел, йылға порты күренгән был урын күптәрҙе үҙенә йәлеп итә.
Әйткәндәй, 2025 йылда Бөрөлә йәшәүселәр Бөтә Рәсәй арауыҡта тауыш биреү ваҡытында был биләмәне төҙөкләндереү өсөн һайлағайны.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ, юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.