Туймазы районының Исмәғил ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башланы. Объектты “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында төҙөйҙәр, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Модуль бинала медицина процедураларын үткәреү өсөн кабинеттар, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә һәм пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе булдырыласаҡ. Учреждениела автономлы йылытыу һәм елләтеү системалары, шулай уҡ кәрәкле сантехник һәм электр ҡорамалдары ҡуйыласаҡ.
Яңы ФАП-та медицина ярҙамын Исмәғил һәм Балағаш-Күл ауылдары халҡы аласаҡ. Дөйөм алғанда, был 500-ҙән ашыу кеше.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.