Республикабыҙҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһының берҙәм көнө 26 сентябрҙә үтәсәк, тип хәбәр итә төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Йәшелләндереү саралары “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) йәмәғәт биләмәләрендә башҡарыла.
Башҡортостандың район һәм ҡалаларында коммуналь хеҙмәттәр яңы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртасаҡ. Аллеялар, скверҙар һәм башҡа биләмәләрҙе йәшелләндереү дауам итәсәк. Мәҫәлән, Өфөлә 1,2 мең ағас һәм 3,4 мең төп ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла. Бындай эштәр шулай уҡ Октябрьский, Нефтекама ҡалаһында, Мәләүез, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ һәм Көйөргәҙе райондарында башҡарыласаҡ.
Мәҫәлән, Мәләүездә быйыл милли проект буйынса төҙөкләндерелгән Ленин урамындағы яңы йәйәүлеләр аллеяһында яңы үҫентеләр барлыҡҡа киләсәк. Нефтекамала Хеҙмәт даны аллеяһы йәшеллендерәләсәк.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ҡала һәм ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.