Ауыл уттары
+9 °С
Ясно
Милли проект
2 Октября , 04:12

Алдан асыҡлауҙа әһәмиәте ҙур

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Добавить в предпочтительные источники Google

Стәрлетамакҡ ҡалаһындағы 1-се дауаханаға яңы ҡорамал – велоэргометр килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Был – юғары диагностикалау комплексы. Йөрәк менән бәйле күп кенә проблемалар киҫкенләшкәс кенә күренә. Шуға күрә медицина тикшереүе, диагностикалау талап ителә.

– Был – инфаркттан һуң хәүефһеҙ реабилитациялауҙа, йөрәк ныҡлығын тикшереүҙә алыштырғыһыҙ әйбер, - тип хәбәр итте  Стәрлетамаҡтағы ҡалаһындағы 1-се дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас