Ауыл уттары
+5 °С
Ясно
Милли проект
2 Октября , 04:11

Һандуғас – Рабаҡ юлы ремонтланған

Был юл күрше өлкә менән тоташтыра

Добавить в предпочтительные источники Google

Яңауыл районында Һандуғас – Рабаҡ трассаһының дөйөм оҙонлоғо 8,3 километрға тиң участкаһы ремонтланған. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса башҡарылған.Был турала муниципалитет хакимиәте хәбәр итә.

Белгестәр тулыһынса юлдың нигеҙен яңыртҡан. Шуныһы мөһим , был юл Башҡортостанды Пермь крайы менән тоташтыра. Ул тәүлегенә 2 мең автомобилде үткәреүгә иҫәпләнгән.

Барлығы 2026 йылда республикала 600 километрҙан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнешендәге юлдарҙы тәртипкә килтереү планлаштырыла. Уның 200 километрын милли проект буйынса эшләү ниәтләнә. Бынан тыш 1,8 мең метр оҙонлоғонда күперҙәрҙе ремонтлау маҡсаты бар.

“Йәшәү өсөн инфраструктура”  милли проектының бурысы – торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был – торлаҡ һәм юлдар төҙөү,  ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм башҡа эштәр башҡарыуҙы күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас