Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Ҡытайҙың Ханчжоу педагогия университеты командалары йөрәк ишемияһын дауалауҙа ҡулланыу мөмкин булған яңы берләшмә уйлап тапты. Был хеҙмәт “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарына яуап бирә.
Традицион терапиянан айырым рәүештә, яңы молекула ҡан ағымын тергеҙеү мәлендә йөрәк мускулының төп күҙәнәктәрен һаҡлай. Тап шул саҡта кислородтың әйләнеп ҡайтыуы күҙәнәктәргә көслө тәьҫир итә. Яңы молекула зарарланған туҡыманы “тынысландыра” һәм күҙәнәктәрҙең һәләк булыуына юл ҡуймай. Ҡан менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү терапияның төп шарты булып тора, әммә ҡандың зарарланған туҡымаға ҡайтыуы өҫтәмә рәүештә күҙәнәктәргә зыян килтереүе ихтимал.
Яңы хеҙмәт быға тиклем булған ысулдарҙы алыштырмай, ә уларҙы тулыландыра ғына. Буласаҡ препараттың бурысы – ҡан ағымын туҡыма өсөн хәүефһеҙ тергеҙеү, стент ҡуйғандан һуң йәки тромбты шыйыҡлатҡандан һуң йөрәк мускулы тере һәм эшкә һәләтле ҡалырға тейеш.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.