Әлшәй район мәҙәниәт һарайында яңыртылған бейеү залы асылған. Ремонт “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ярҙамында башҡарылды, тип хәбәр итә район хакимиәте.
Залда көҙгөләр, яңы хореография станоктары ҡуйылған, шулай уҡ яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары алмаштырылған. Раевкала алты йәштән 50 йәшкә тиклем 100-ҙән ашыу кеше бейеү менән шөғөлләнә, унда ике ансамбль эшләй.
– Беҙҙең өсөн был ремонт – стеналарҙы яңыртыу ғына түгел, ә ижади коллективтарыбыҙ тормошонда яңырыу осоро. Беҙ бейеү залы асылыуҙы балаларҙың ниндәй түҙемһеҙлек менән көткәнен күрҙек. Хәҙер, яҡты, яҡшы итеп йыһазландырылған залда шөғөлләнгәндә уларҙың күҙҙәре нисек янғанын күреп, бушҡа тырышмағаныбыҙҙы аңлайбыҙ, – ти район мәҙәниәт һарайы директоры Рәфис Шәрәфетдинов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.