Яңауыл районында Ҡаймаш йылғаһы аша һалынған күпер яңыртылды. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы бойомға ашырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Күперҙең оҙонлоғо – 40 метрҙан ашыу. Ул Яңауыл – Иҫке Күрҙем юлында, Истәк ауылы янында Ҡаймаш йылғаһы аша һалынған. Иҫкеһе алынып, заманса конструкция эшләнгән, шулай уҡ һыуҙы таҙартыу, таратыу ҡоролмалары яңыртылған.
“Яңауыл, Тәтешле райондарындағы бик күп ауылдар халҡы өсөн был күпер ныҡ кәрәк. Уның аша барыһы ла республикабыҙҙың ҡеүәтле сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булған, тимер юл үткән Яңауыл ҡалаһына бара”, – ти төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү: торлаҡ, юл төҙөү һәм ремонтлау, ихаталарҙы, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, урындарҙа тейешле социаль, коммуналь инфраструктура булдырыу һ.б.
Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.