Республика перинаталь үҙәге яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын дауам итә. Күптән түгел мембрана плазмафарезы өсөн заманса ҡорамал алдылар. Был “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Мембрана плазмафарезы – төрлө патологияларҙа һөҙөмтәле файҙаланылған ҡанды таҙартыуҙың инновациялы алымы ул. Ул, ҡандың мөһим компоненттарын һаҡлап, зыянлы матдәләрҙе һайлап, уларҙы юҡ итә. Был процедура пациенттар өсөн күпкә уңайлыраҡ, кире эҙемтәләрҙе мөмкин тиклем аҙайта.
Үҙәктең Аврора һәм Батыр урамдарындағы ике корпусындағы анестезиология һәм реанимация бүлексәләрендә яңы ҡорамалды ҡуйыу медицина хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе киңәйтәсәк. Заманса аппараттар ҡанды яҡшы таҙартыуҙы гарантиялай.
-Ҡанды таҙартыуға һәм терапияның махсус ысулдарына мохтаждарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә алабыҙ. Перинаталь үҙәктең ике корпусында ла процедуралар үткәрәбеҙ һәм пациенттар ҙа ярҙамдан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә, - тине 2-се анестезиология һәм реанимация бүлексәһе етәксеһе Илнур Мәсәлимов.