Ауыл уттары
+13 °С
Ясно
Милли проект
9 Октября , 09:41

Өфөлә "Йөҙҙәрҙә фән" күргәҙмәһе асылды

Күргәҙмәлә донъяны үҙгәртеүсе алдынғы технологиялар өҫтөндә эшләгән 32 Рәсәй ғалимының портреттары тәҡдим ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Өфө дәүләт нефть техник университеты “Йөҙҙәрҙә фән” күргәҙмәһен — Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә юғары технологиялы инновациялар уйлап тапҡан һәм алдынғы фәнни өлкәләрҙә тикшеренеүҙәр алып барған күренекле Рәсәй йәш ғалимдарына арналған проектты башланы. Был хаҡта республиканың Ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы хәбәр итте. Был эштәрҙең барыһы ла “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Күргәҙмәлә донъяны үҙгәртеүсе алдынғы технологиялар өҫтөндә эшләгән 32 Рәсәй ғалимының портреттары тәҡдим ителә. Был - плазма ракета двигателдәре һәм атом батареялары кеүек яңы эшләнмәләр; нефть химияһы сәнәғәте өсөн махсуслаштырылған компоненттар етештереү, радиация хәүефһеҙлеге һәм һирәк металдар сығарыу буйынса Рәсәй технологиялары; яман шеш һәм орфан ауырыуҙары өсөн препараттар, антибиотиктарға альтернатива, яңы материалдар; шулай уҡ “мегасайенс” класына ҡараған проекттар һәм кеше мәнфәғәтендәге яһалма зиһен.

Фотопроекттың геройҙары – абруйлы ғилми наградаларға лайыҡ булған йәш ғилми хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән йәш ғалимдар өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының фән һәм инновациялар буйынса премияһына, йәш ғалимдар өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм технологиялар буйынса премияһына һәм башҡа төп фәнни наградаларға лайыҡ булыусылар.

Күргәҙмә Өфө дәүләт нефть техник университетында 31 октябргә тиклем эшләйәсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас