Ауыл уттары
+13 °С
Ясно
Милли проект
9 Октября , 09:40

Һыу үткәргестәр ремонтлана

Был йүнәлештә эштәр йылдам бара.

Добавить в предпочтительные источники Google

Өфөнөң Софья Перовская урамында һыу үткәргес участкаһы “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы яңыртыла , тип хәбәр итә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Ремонтлана торған объекттың оҙонлоғо 720 метр. Был участка биләмәһендә тығыҙ рәүештә торлаҡ йорттары, производство учреждениелары, юл инфраструктураһы, инженер коммуникациялары урынлашҡан.

Эштәр ике йылға билдәләнгән. Белгестәр 126 метр оҙонлоғонда яңы  һыу үткәргес һалған. Декабрь аҙағына тиклем тағы ла 200 метр торба һуҙыу күҙаллана.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Быға торлаҡ һәм юлдар һалыу, йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү кеүек эштәр инә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас