Аппаратты урынлаштырыр алдынан учреждениела бина ремонтлана. Ҡорамал ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшерергә һәм оператив рәүештә күкрәк биҙе яман шешен асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.
– Иҫкәртеү һәм ваҡытында диагностикалау – күкрәк яман шешен уңышлы дауалауҙың нигеҙе. Клиник тикшереүҙе, инструменталь тикшеренеүҙәрҙе һәм заманса диагностика алымдарын үҙ эсенә алған комплекслы алым хатта минималь тайпылыштарҙы ла асыҡларға ярҙам итә, — тип билдәләнеләр дауаханала.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.