Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Милли проект
14 Октября , 07:35

Был ярҙам ғына түгел, ышаныс та

Көйөргәҙе район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә...

Добавить в предпочтительные источники Google

Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы, “Ғаилә” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, балалар мәҙәни-мәғариф ойошмаларын ойоштороу өсөн субсидия аласаҡ. Был хаҡта Көйөргәҙе районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Балалар үҙәге балаларҙың, үҫмерҙәрҙең ижади һәм интеллектуаль үҫеше өсөн мәҙәни-мәғариф программаһына йүнәлтеләсәк. 

– “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда балалар мәҙәни-мәғариф үҙәген булдырыуға федераль субсидия бирелеүе бюджеттан финанс ярҙамын алыу ғына түгел, Көйөргәҙе районының юғары ҡеүәтен таныу ҙа, беҙҙең командабыҙға ышаныс та.  2027 йылда заманса йәмәғәт киңлеген асасаҡбыҙ, унда балалар ижад менән бушлай шөғөлләнә, һанлы медианы үҙләштерә һәм тыуған яғының тарихын өйрәнә ала, – тип белдерҙе Көйөргәҙе район хакимиәтенең мәҙәнит бүлеге етәксеһе Ләйсән Нуриәхмәтова.  

“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Көйөргәҙе район хакимиәте.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас