Өфөләге мәктәптәр һынлы сәнғәт, музыка һәм физика кабинеттары өсөн яңы уҡыу ҡорамалдары алды, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте. Был "Йәштәр һәм балалар" милли проектының (национальный проект: "Молодёжь и дети") маҡсаттарына һәм бурыстарына тура килә.
Атап әйткәндә, мәктәптәргә музыка үҙәктәре һәм күсерелмәле акустик системалар, мольберттар һәм этюд ҡумталары, гипс моделдәр комплекттары һәм билдәле рәссамдарҙың портреттары алынған. Шулай уҡ мәктәптәргә яңы күрһәтмә һәм лаборатория ҡорамалы килтерелгән.
— Хәҙер балаларҙың фәнгә тәрәнерәк инеү мөмкинлеге бар: тәжрибәләр үткәреү, сифатлы материалдар менән эшләү, заманса технологиялар үҙләштереү. Уҡытыусыға ла был ҡорамалдар уҡытыу бурыстарын үтәргә һәм һәр уҡыусының мөмкинлектәрен асырға ярҙам иткән ныҡлы терәк, — тине М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибрахманов.
"Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект: "Молодёжь и дети") йәштәрҙең таланттарын үҫтереү һәм үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Проекттың маҡсаты — мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы алымдарын булдырыу һәм уңайлы уҡыу шарттары тыуҙырыу. Шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереү һәм "Өҫтөнлөк 2030" программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарын хуплау күҙ уңында тотола. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.