Ауыл уттары
+6 °С
Ясно
Милли проект
16 Октября , 10:31

Иҫке Собханғолда – яңы ял зонаһы

Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ял итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Совет һәм Муса Гәрәев урамдары киҫелешендә йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла.Был турала төбәктең Торлаҡ–коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Был объектты унда йәшәүселәр 2025 йылда Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланы. Буласаҡ ял зонаһында тротуарҙар һалынасаҡ, балалар майҙансыҡтары эшләнәсәк, уйын ҡормалдары ҡороласаҡ. Киске ваҡытта уңайлы булһын өсөн, яҡтыртыу системаһы модернизацияланасаҡ. Мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн сәхнә урынлаштырыласаҡ. Унда байрамдар, концерттар уҙғарыу ниәтләнә.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Быға торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү һәм башҡа саралар инә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас