Өфө фән һәм технологиялар университетында электромеханика һәм пилотһыҙ авиация буйынса үткәрелгән “Техно-осоу” республика инженер фестиваленең ярымфиналы башланды. Сара Фән һәм технологиялар ун йыллығының “Еңергә өйрәнеү фәне” башланғысы маҡсаттарына ярашлы үткәрелә, тип хәбәр итә республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты.
Идея менән “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең гранттар конкурсында ҡатнашып, ярҙам алыуға өлгәшелгән. Проектты тормошҡа ашырыуҙың төп юлы – “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) кадрҙарға ҡағылышлы йүнәлеше саралары.
“Техно-ососу” – ул талантлы йәштәр өсөн үткәрелгән ҙур күләмле инженер фестивале. Унда дронды йыйыу һәм программалау буйынса уҡыуҙан алып ысынбарлыҡтағы индустриаль бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән сараларҙа үҙеңде һынарға мөмкин. Йәй буйы Башҡортостандың бөтә райондарынан йыйылған дүрт меңдән ашыу уҡыусы һәм урта һөнәри белем алып йөрөгән студенттар онлайн-этаптарҙа ҡатнашты. Ике ярымфинал инде инженер һәләттәренә эйә булған 600 йәш кешене остаздары менән бергә йыя.
Фестивалдең финалы 31 октябрҙә уҙа. Уның һөҙөмтәләре буйынса алты финал командаһы төҙөлә, кадрҙар резервы өсөн 30 лидерҙан торған реестр булдырыла, шулай уҡ мәктәптәрҙән һәм колледждарҙан 100 куратор әҙерләнә.