Ауыл уттары
+1 °С
Облачно
Милли проект
19 Октября , 10:58

Өфө университеты бөтә донъянан математиктарҙы берләштерҙе

Өфө фән һәм технологиялар университетында “Өфө көҙгө математика мәктәбе-2026” халыҡ-ара фәнни конференцияһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Сара Фән һәм технологиялар 10 йыллығының “Еңеү фәне” башланғысына (в рамках инициативы “Наука побеждать” Десятилетия науки и технологий) ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетында. Быларҙың барыһы ла “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Өфөгә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан тикшеренеүселәр килде, Рәсәй исемен илебеҙҙең алдынғы фәнни үҙәктәренән вәкилдәр тәҡдим итте. Ике көн дауамында ҡатнашыусылар операторҙарҙың спектраль теорияһы, комплекслы һәм функциональ анализ, дифференциаль һәм һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәләр, математик моделләү мәсьәләләрен тикшерҙе.

“Өфө көҙгө математика мәктәбе” — 2008 йылдан башланғыс алған бай тарихлы проект. Уға нигеҙ һалыусылар — профессорҙар Йыһанур Фәйзуллин һәм Марат Йомағолов — 18 йыл эсендә урындағы семинарҙы яҡшы йолаға әүерелгән абруйлы халыҡ-ара майҙансыҡҡа әйләндерҙе. Әгәр тәүге осрашыуҙарҙа 10 – 15 кеше генә йыйылһа, 2026 йылда үҙ докладтары менән 180 ғалим сығыш яһаны. Танылған оҫталар менән бер рәттән, конференцияла Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 50-гә яҡын аспирант һәм йәш ғалим әүҙем ҡатнашты.

— “Өфө көҙгө математика мәктәбен” үткәреү — ул ябай ғына ғәмәл түгел, ә фәндең киләсәгенә стратегик өлөшөбөҙҙө индереү. 18 йыл эсендә конференцияның ике тиҫтә белгестең осрашыуынан бөтә донъянан 180 алдынғы ғалим ҡатнашҡан ҙур форумға тиклем үҫеүен күреү — тотош университетыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ. Бөгөн Өфө университеты — иң яҡшы аҡыл эйәләре берләшкән үҙәк. Был конференцияла тыуған идеялар, яңы асыштар, уртаҡ проекттар һәм, иң мөһиме, төрлө ил ғалимдары араһындағы нығынған дуҫлыҡ булараҡ үҫеш нөктәһе барлыҡҡа килеүенә ышанам, — тип билдәләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас