Ауыл уттары
+1 °С
Облачно
Милли проект
19 Октября , 03:23

Ике питомник яңыртыла

“Беҙҙең өсөн сәсеү материалдарының сифаты өҫтөнлөктә – урман сәсмәлектән башлана".

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда ике питомник яңыртыласаҡ. Ҙур техник сара Стәрлетамаҡ һәм Яңауыл урман хужалыҡтарында “Экологик именлек” милли проектына ярашлы планлаштырылған.

Республика Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәр питомник өсөн махсуслаштырылған 12 техника һәм агрегаттар исемлеге раҫланған. Заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән трактор, тағылма, һабан, культиваторҙар һатып алыуға 6,5 миллион һум бүленгән. Яңы йыһаздар тотош етештереү циклын үҙ эсенә ала – тупраҡты әҙерләүҙән үҫентеләрҙе ҡаҙып алыуға тиклем.

“Беҙҙең өсөн сәсеү материалдарының сифаты өҫтөнлөктә – урман сәсмәлектән башлана. Яңы техника орлоҡ сәсеүҙең, үҫентеләрҙе тәрбиәләүҙең, һаҡсыллыҡ менән ҡаҙып алыуҙың күп эш талап иткән процестарын автоматлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Был урмансыларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреп кенә ҡалмай, ә республикала урмандарҙы тергеҙеү өсөн етештерелгән үҫентеләрҙең сифатын да яҡшырта”, – ти Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй, уны кешеләрҙең тормошо өсөн уңайлы итә. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүп-сар ташланған урындарҙы бөтөрөү, һыу сығанаҡтарын таҙалау, урмандарҙы, биологик төрлөлөктө һаҡлау, экология туризмын үҫтереү һ.б. Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың башынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас