Ауыл уттары
+2 °С
Ясно
Милли проект
22 Октября , 03:27

Киләсәк табиптар БПЛА осорорға өйрәнә

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттарға пилотһыҙ аппараттар буйынса айырым программа уҡытыла

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар "БПЛА менән идара итеү һәм ҡулланыу нигеҙҙәре" тигән айырым күп йүнәлешле программа буйынса уҡый. Был — вуздың юғары технологиялы ҡоралдарҙы белгән белгестәр әҙерләү эшенең бер өлөшө, ул "Фән һәм технологиялар ун йыллығы" милли проекты (нацпроект "Десятилетие науки и технологий") маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итте университет.

Программала теория менән практика бергә бара. Студенттар пилотһыҙ системаларҙың эш принцибын тәүҙә университеттың Киберүҙәгендәге заманса тренажёр комплекстарында өйрәнә. Аҙаҡ улар вуздың Тактик медицина уҡыу үҙәгенә күсә: киләсәк табиптар бында дрондарҙы осороу, идара итеү һәм ултыртыу күнекмәләрен ысын шарттарға яҡын хәлдә һынай.

Курста техник яҡтан тыш, БПЛА-ларҙы һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланыу мөмкинлеге лә айырым ҡарала. Студенттар дрондар ярҙамында биоматериалдарҙы, дарыуҙарҙы һәм иң кәрәкле әйберҙәрҙе ашығыс еткереү ихтималлыҡтарын өйрәнә, шулай уҡ медицина логистикаһы һәм санитар авиацияһы өсөн үҙ яңы ҡарарҙарын тәҡдим итә.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас