Мәләүездең Мәҙәниәт һарайында “Башҡорт вахтаһы” программаһы сиктәрендә “Башнефть” компанияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте. “Кадрҙар” милли проектына (национальный проект “Кадры”) ярашлы тормошҡа ашырылған республика программаһының төп бурысы — башҡа төбәктәрҙә вахта ысулы менән эшләгән республика халҡын Башҡортостан предприятиеларына ҡайтарыу. Был хаҡта төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Кадрҙар һайлап алыуҙа 160-тан ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар араһында – эшкә урынлашыу һәм һөнәри үҫеш менән ҡыҙыҡһынған дәғүәселәр һәм студенттар.
Предприятие вәкилдәре талап ителгән вакансиялар, хеҙмәт шарттары, социаль гарантиялар һәм профессиональ үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Ҡатнашыусылар һайлап алыуҙы нисек үтергә һәм әңгәмәгә әҙерләнергә кәрәклеген белде, ә теләүселәр дәғүәселәрҙең анкеталарын тултырҙы.
Мәләүез районы буйынса “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге белгестәре ҡатнашыусыларға эшкә урынлашыу, вакансиялар һайлау һәм карьера үҫеше мәсьәләләре буйынса консультациялар бирҙе.
"Башҡорт вахтаһы" эш эҙләүселәргә эш биреүсе менән туранан-тура осрашырға, үҙ мөмкинлектәрен баһаларға һәм яңы эшкә аҙым яһарға ярҙам итә. Ә предприятиеларға ҡыҙыҡһынған һәм квалификациялы хеҙмәткәрҙәр табырға — ике йыл эсендә республика проекты 8,5 мең самаһы кешене үҙ эсенә алған. Илдең башҡа төбәктәренә эшкә сыҡҡан 700-гә яҡын белгес эске хеҙмәт баҙарына йүнәлтелгән.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.