Ауыл уттары
+2 °С
Ясно
Милли проект
22 Октября , 03:28

Юғары уҡыу йортонда студенттар өсөн ИТ-лаборатория асылды

"Мәғариф, фән һәм индустрия бәйләнеше тап шулай эшләргә тейеш. Киләсәктә лә  республикала ошондай проекттарға ярҙам итәсәкбеҙ", – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Өфө дәүләт нефть техник университетында, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) маҡсаттарына ярашлы, DATAREON компанияһының ИТ-лабораторияһы эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Яңы лаборатория студенттарға системаларҙы интеграциялау, мәғлүмәттәр һәм һанлы ҡарарҙар менән эшләү өлкәһендә практик белем биреү майҙансығы буласаҡ. Унда балалар интеграция ағымдарын һәм корпоратив мәғлүмәттәрҙе идара итеү технологияларын үҙләштерәсәк, предприятиеларҙың һанлы контурын төҙөү һәм мастер-мәғлүмәттәрҙең сифатын тәьмин итеү алымдарын өйрәнәсәк. Юғары уҡыу йорто менән компанияның берлектәге эше академик әҙерлек һәм хеҙмәт баҙары ихтыяждары араһындағы айырманы кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

– Бындай лабораторияны асыу – беренсенән, баҙар ихтыяждарына, икенсенән, Фән һәм технологиялар ун йыллығы бурыстарына яуап бирә. Студенттар уҡыу осоронда уҡ реаль технологиялар һәм бурыстар менән таныша ала, ә предприятиелар ҡайтанан уҡытыу талап ителмәгән, йәғни әҙер белгестәргә эйә була. Мәғариф, фән һәм индустрия бәйләнеше тап шулай эшләргә тейеш. Киләсәктә лә  республикала ошондай проекттарға ярҙам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәргә үҙ һәләттәрен, уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә –мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас