- Йылдан-йыл пляж инфраструктураһы яҡшырыр, тигән өмөттәбеҙ. Был ял урынын булдырырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Иң мөһиме, ял итеүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаһын ине, – тине Матрай ауыл биләмәһе башлығы Илмир Йәрмөхәмәтов.
Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Хәҙер матрайҙар ҙа кинәнеп һыу инәсәк. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ – улар төҙөк булмаҫҡа мөмкин, ә был хатта яҡшы йөҙә белгән кешеләр өсөн дә ҡурҡыныслы. Дауыллы көндө лә һыу инергә ярамай. Һәм, иң мөһиме, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Йәйебеҙ бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!