Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2021, 10:00

Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә

Һәр бер ғаилә үҙенсә бәхетле, һәр береһенең үҙенә генә хас шатлығы, матурлығы бар. Ғаилә ул – көс туплаусы нур – йомғаҡ”, – тип билдәләге килә. Йылайыр ауылында йәшәүсе Мусиндар ғаиләһе тураһында сайтҡа үтеп уҡығыҙ!

Күренекле яҙыусы Ринат Камал әйтеүенсә «Ир менән ҡатын бер-береһен әүлиә урынына күрһә генә тормош уңа, ғаилә ныҡлы була». Ә бер шиғыр юлдарында хатта «Мөхәббәтле өйҙә бишек ҡояш булып эленеп торор, алтын сөйҙә», - тигән фәһемле һүҙҙәр ҙә бар.

Бөгөнгө мәҡәләмдең геройҙарын гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшатам мин, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә тиҙәр.
Тап Юнир Йосоп улы һәм Рәмзиә Миннибай ҡыҙы Мусиндарҙың татыу ғаиләһе бер-береһенең, тормоштоң ҡәҙерен белеп, сәскә кеүек һылыу ҡыҙҙар үҫтереп, йәшәүҙәре һоҡландыра. Нәҡ ошондай сифаттарға бай булыуҙары, уларҙы күҙ тейеүҙән һәм башҡа төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡлайҙыр.

Ғаилә башлығы Юнир Һынташ ауылында тыуған, ә Рәмзиә Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы. Ике йәш йөрәк, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгән саҡтарында танышып, дуҫлаша башлай. Шулай итеп, тиҙҙән улар тураһындағы мөхәббәт тигән китаптың тик уларға ғына бағышланған өр-яңы бите яҙыла башлай, йәштәр, 2002 йылдың матур бер көнөндә, бер-береһенә татлы вәғәҙәләр биреп ҡауыша, сәстәрен-сәскә бәйләй. Тап ошо мәлдән алып, булдыҡлы, тырыш һәм татыу ғаилә барлыҡҡа килә лә инде.

Күп тә үтмәй, яңы ғаиләнең бәхетен тулыландырып Заһира исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Йәштәр үҙаллы тормош башлау маҡсаты менән Йылайыр ауылына күсә.
Ғаилә башлығы үҙенең һөнәре буйынса Йылайыр электр селтәрендә уңышлы эш башлай, Рәмзиә «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
Хәҙер инде Мусиндар өс ҡыҙға атай-әсәй булыу бәхетенә ирешкән. Оло ҡыҙҙары быйыл мәктәпте тамамлаһа, икенсе ҡыҙҙары Юлиә алтынсы класты тамамлаған, ә бәләкәй Яҙгөл быйылғы йылда беренсе класҡа уҡырға барасаҡ.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Мусиндар йәшәгән йорттан да, уларҙың үҙҙәренән дә нур бөркөлөп тороуы ҡыуандыра. Тыуған көндәр, башҡа төрлө байрамдарҙы ла ғаилә менән бергә үткәрергә, ял көндәрендә, йәй айҙарында ла тәбиғәттә ял итергә ярата улар. Ҡыҙҙарына төплө, мәғәнәле итеп йәшәргә, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә һәм тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтәләр улар. Юнир һәм Рәмзиәнең ғаиләһе сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған. Балалары ла төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Рәмзиә Миннибай ҡыҙы ҡыҙҙары менән бергә район мәҙәни сараларының уртаһында ҡайнай, улар башҡарған бейеүҙәр ҙә бик күп. Ә инде үҙе район мәҙәниәт йортоноң «Ынйылар» бейеү ансамбле менән «Байыҡ» республика конкурсында ҡатнашып, Гран-при алып ҡайттылар. Ғаиләләре менән башҡорт теле көнөнә арналған флешмобта ҡатнашып «Берҙәмлек» номинацияһында еңеү яулаған улар.
Уларҙың донъялары төҙөк, бөхтә, йәй көндәрендә ҡура тултырып ҡош-ҡорт көтәләр, төрлө-төрлө йәшелсә, емеш еләктәр үҫтерәләр.

Ғөмүмән әйткәндә башҡа әүҙем ғаиләләр кеүек үк, Мусиндар ҙа бик дәртле һәм алсаҡ булыуҙары менән күҙгә ташланып тора. Улар барлыҡ идеяларын да, килеп тыуған проблемаларын да уртаға һалып, кәңәшләшеп йәшәйҙәр.
Бәлки ишеткәнегеҙ, уҡығанығыҙ ҙа барҙыр, ни өсөндөр атайҙың өлөшө ҡыҙ бала тәрбиәләгәндә мөһим түгел, тигән ҡараш йәшәй. Мусиндар был һүҙҙәр менән һис тә килешмәй. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки, улар, атай кеше ҡыҙ балала гармония, үҙ-үҙеңде аңлау, үҙеңә ышаныу, ҡатын-ҡыҙ ҡиммәте кеүек матур сифаттарға эйә булырға булышлыҡ итә, ти. Шулай уҡ, тик атаһында булған ирлек сифаттарына ҡарап, үҫеп еткәс, ҡыҙ бала үҙенә тормош иптәше һайлай, тип аңлата Мусиндар.
Мусиндарға ошондай һорауҙарҙы бирмәйенсә булдыра алманым: ғаиләнең ныҡлығы нимәлә тип уйлайһығыҙ? Бәхетле булыу өсөн нимәне мөhим тип иҫәпләйһегеҙ?

– Беҙҙеңсә, ғаилә ныҡлығы – бер-береңде аңлап, ғәфү итә белеп йәшәүҙә, ә инде бәхетле ғүмер кисереү өсөн – балаларың, туғандарың һау булһа, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булһа, үҙе бер бәхет инде ул, – тип яуап бирә улар.
Тимәк, балалары, туғандары менән бәхетле икән минең геройҙарым, Мусиндарға артабан да шундай һоҡландырырлыҡ ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Сәләмәтлек, бәхетле ғүмер юлы насип булһын һеҙгә!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: