+5 °С
Облачно


Эслек: 500 гр эремсек, 2 йомортҡа, 100-150 гр шәкәр, ярты ҡап ванилин.
Йомортҡаларға шәкәр ҡушып күпергәнсе туғырға. Маргаринды иретеп, был массаға һалып миксер менән бутарға. Он, ҡамыр күперткес, ҡаймаҡ ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ял иткәнсе, эслекте әҙерләйбеҙ. Бөтә ҡатнашмаларҙы яҡшы ғына итеп бутарға.
Ҡамырҙы йәйеп, йоморо формала киҫәбеҙ. Бер ҡырына эслекте һалып, икенсе яғы менән ябырға. Өҫтән йомортҡа менән һылап 180 градус духовкала 20 минут тирәһе бешерергә.