Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь , 20:25

Ялған сертификат биргәндәргә яза ҡаты...

Ялған сертификат биргәндәргә "һунар" башланды Был хаҡта полицияға шылтыратыуҙы һорайҙар. Яза ҡаты - иректән мәхрүм итеүгә тиклем.

Ялған сертификат биргәндәргә яза ҡаты...

Тәртип һаҡлау органдары вакцина эшләтеү тураһында ялған белешмә биргән медицина хеҙмәткәрҙәренә “һунар” башланы.

Ишеткәнһегеҙҙер, Сибайҙа ялған COVID-сертификат һатҡан ҡала үҙәк дауаханаһының биологы һәм шәфҡәт туташы ҡулға алынды.  

“COVID-19”ға ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификат рәсми документ булып тора һәм уны ялған эшләткән өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһындағы 1-се өлөш буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Ялған документ эшләгәндәргә ике йыл иректән мәхрүм итеү йәки ике йыл мәжбүри эшләтеү янай. Шулай уҡ вакцина яһатыу тураһында ялған сертификатты файҙаланған өсөн дә енәйәт яуаплылығына тарттыралар.

Вакцина эшләтмәйенсә сертификат алып, уны ойошмаға күрһәткән кешегә 80 мең һумға тиклем штраф янай йәки 480 сәғәт, йә ике йылға тиклем мәжбүри эшләтеү, йәки бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы “COVID-19”ға вакцина тураһындағы документтарҙы ялған эшләү, һатыу һәм файҙаланыуға бәйле мәғлүмәттәр тураһында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур часы телефонына – 8(347) 237-19-60 шылтыратыуҙы һорай.

Фото: konakovograd.ru

Автор:Рәмилә Мусина,

"Башҡортостан" гәзите.

Автор:Зубаржат Гидиатова