Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2022, 09:57

Нисек эшкә сығырға?

Оҙаҡ ялдарҙан һуң хеҙмәткә тотоноу уңайлы булһын өсөн белгестәр бер нисә кәңәш бирә. Уларҙы иҫтә тотайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Нисек эшкә сығырға?
Нисек эшкә сығырға?

Оҙаҡ ялдарҙан һуң хеҙмәткә тотоноу уңайлы булһын өсөн белгестәр бер нисә кәңәш бирә. Уларҙы иҫтә тотайыҡ, сәләмәт булайыҡ!
Беҙҙә әүҙем ял итеүселәр һирәк. Яңы йыл ялдары ваҡытында күптәр буш ваҡытын өйҙә табын янында, карауатта үткәрә. Һөҙөмтәлә режим боҙола, кеше хәрәкәтһеҙлектән күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелергә мөмкин. Эшкә лә сыҡҡыһы килмәй башлай. Оҙаҡ ялдарҙан һуң хеҙмәткә тотоноу уңайлы булһын өсөн белгестәр бер нисә кәңәште иҫтә тоторға ҡуша.
1. Эшкә сыҡҡас башҡарырға тейешле эштәрегеҙҙе ял ваҡытында айырым ҡағыҙға яҙып ҡуйһағыҙ яҡшы. Был маҡсат-бурыстарҙы теүәл планлаштырырға ярҙам итәсәк.
2. Эшкә һалмаҡ инеп китергә тырышығыҙ. Беренсе көндө үк һуңға ҡалмағыҙ. Һүҙ уңайынан, был юлы эш аҙнаһы кесаҙнанан башлана. Ике көндән тағы ялдар. Ҡыҫҡаһы, арымай эшләргә тағы бер мөмкинлек.
3. Иртәгә эшкә тигән көндө төнө буйы ултырмағыҙ, иртәрәк ятып йоҡларға, йоҡоғоҙҙо туйҙырырға тырышығыҙ. Эшкә сығырға бер нисә көн алдан режимды юлға һалһағыҙ, тағы ла файҙалыраҡ.
4. Белгестәр оҙаҡ ялдарҙан һуң беренсе эш көнөндә серотонин бүлеп сығара торған ризыҡтар - шоколад, зефир, диңгеҙ ризыҡтары, сәтләүек, кипкән еләк-емеш, эремсек, кефир менән туҡланырға кәңәш итә.
5. Әгәр ҙә пассив ял иткәнһегеҙ икән, ғәҙәттә, кәүҙә ауырлығы артырға мөмкин. Эшкә сыҡҡас уҡ ябыға башламағыҙ, беренсе эш көнөндә үк спорт залына барыу, фитнес менән шөғөлләнеү нығынмаған организмды ҡаҡшатыуы ихтимал. Һәр нәмәлә саманы онотмағыҙ. Уңышлы эш көндәре теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: