Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 10:00

Өлкәндәргә йылылыҡ өләшеп

Сәләх ауылының бер төркөм дәртле йәштәре Йылайыр ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Баймаҡ районының Аҡморон ауылында булып ҡайттылар.

Маҡсаттары изге: Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотлау.

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу улар өсөн ысын байрам ойошторҙо.

Саф һауала рәхәтләнеп бергәләп йырлап, бейеп, күстәнәстәр һәм бүләктәр таратып, үҙҙәре бешереп алып килгән өй ризыҡтары менән һыйлап, ололарҙың күңелдәрен күреп, кәйефтәрен күтәреп ҡайттылар.

Өлкәндәргә был сара бик оҡшаны. Уларҙың күҙ йәштәре аша әйткән һүҙҙәре йөрәктәргә үтеп инде.

#айыҡауыл #айыҡауыл2022 #трезвоесело #трезвоесело2022

Өлкәндәргә йылылыҡ өләшеп
Өлкәндәргә йылылыҡ өләшеп
Өлкәндәргә йылылыҡ өләшеп
Өлкәндәргә йылылыҡ өләшеп
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: